9 декабрь, Йома

15 февраль 2012 йыл, 12:07

Сәлиә Мырҙабаева БДБ илдәре өсөн репродуктив һаулыҡ тураһындағы моделле закон әҙерләүҙә ҡатнаша

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мәрҙабаева репродуктив һаулыҡ тураһындағы моделле закон әҙерләү буйынса консультатив кәңәшмәлә ҡатнаша, сара Истанбулда ЮНФПА-ның Көнсығыш Европа һәм Урта Азия буйынса төбәк бюроһында үтә.

Кәңәшмәлә БДБ илдәрендә репродуктив һаулыҡ тураһындағы закон проекты тикшерелә. Әсәләр һаулығын, үҫмерҙәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау, ғаилә ҡороу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә. Сәлиә Мырҙабаева әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙең бөтә Берләшмә өсөн көнүҙәк булып торыуын билдәләне.

— Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан мең йыллыҡҡа билдәләнгән маҡсаттар иҫәбендә 2015 йылға әсәләр үлемен кәметеү ҙә бар, ә быға медицина хеҙмәттәренең сифатын яҡшыртып, халыҡтың репродуктив һаулыҡ буйынса белем арттырып өлгәшеп була, — тине депутат «Башинформ» агентлығына. – Репродуктив һаулыҡты һаҡлау тураһындағы моделле закон медицина-социаль ярҙам ойоштороу һәм күрһәтеү системаһының дөйөм принциптарын билдәләйәсәк төп документҡа әйләнергә тейеш.