11 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2012 йыл, 11:23

БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

15 февралдә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың онлайн-конференцияһы үтә.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше порталдың баш битендәге «Һорау бир!» бүлегендә тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Теүәл ун икелә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.  

i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһенең интернет-ҡулланыусылар менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» материалдарында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет баҫыласаҡ.