7 декабрь, Шаршамбы

15 февраль 2012 йыл, 11:46

Хәйбулла районы мәктәптәре компьютерҙар менән йыһазландырыла

автор: Людмила Терновая

Хәйбулла районының ике мәктәбе быйыл компьютерҙар менән йыһазландырылды. Маҡан ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе  —  ун урынлыҡ компьютер класы, Уфимский ауылы мәктәбе дистанциялы белем биреү өсөн сервер һәм ноутбук менән бергә ун урынлыҡ компьютер класы алды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.  

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы квотаһы буйынса 2012 йылда райондың тағы дүрт мәктәбе компьютер кластары аласаҡ, шуларҙың береһе дистанциялы уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән. Ағымдағы йылға билдәләнгән планда педагогтарҙың яңы форматта эшләүгә күсеүе ҡаралған. Яҡын арала Хәйбулланың 280 уҡытыусыһы ноутбуктар менән тәьмин ителәсәк. Уларҙы башланғыс класс уҡытыусылары, информатика уҡытыусылары, директорҙың мәғлүмәтләштереү буйынса урынбаҫарҙары, мәғлүмәт технологияларын әүҙем файҙаланған фән уҡытыусылары һәм мәғлүмәт технологиялары буйынса конкурс призерҙары аласаҡ.  

Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһында дөйөм белем биреү системаһын яңыртыу программаһы сиктәрендә Хәйбулла районының биш мәғариф учреждениеһы яңы транспорт  — ГАЗ һәм ПАЗ автобустары менән тәьмин ителәсәк.

темалар: мәғариф