10 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2012 йыл, 11:13

Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашыу үткәрҙе. Әле барған һайлау кампанияһы һөйләшеүҙең төп темаһы булып торҙо.

Әлеге сәйәси хәл, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, бөтөнләй башҡаса, көтөлмәгәнсә килеп тыуҙы.

— Был илдә булған үҙгәрештәр менән бәйле, — тип иҫәпләй республика башлығы. – Үҙгәрештәр ижтимағи аңда булды. Артабан сәйәси реформалар башланды. Ил уянды.

Бөтә ил тормошондағы йылдамлыҡ үҫә, һәм был һайлау кампанияһына йоғонто яһамай ҡалмай. Әгәр ҙә кандидаттарҙың береһе март һайлауҙарын еңел бер сара тип ҡабул итһә, бөгөн иһә улай булмаясаҡ, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.

— Хәл үҙгәрҙе, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн власть партияһы ла тәнҡит утына алына. Һәм ҡай саҡта был тәнҡит ғәҙел дә була. Һуңғы йылдарҙа партияның халыҡтан айырылыуын, үҙ эштәре менән генә булыуын асыҡ аңларға кәрәк.

Йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙең икенсе сәбәбе лә бар. Халыҡ дәүләттә үҙгәрештәр булыуын көтә. Кешеләр илдәге яй үҫеш темптарынан арыны. Йәмғиәт талаптары арта бара. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙең йылдар буйына хәл ителмәгәнлегенән ҡәнәғәтһеҙлек тә килеп тыуа.

— Бындай киҫкенлектең Мәскәүҙә генә түгел, бөтә илдә барлыҡҡа килеүе асыҡ аңлашыла, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

Яңыраҡ үткән Дәүләт Думаһына һайлауҙар һөҙөмтәләре лә бындай көсөргәнешлек хаҡында һөйләй. Ҡайһы бер төбәктәрҙә «Берҙәм Рәсәй» 30 процент та тауыш йыйманы. Бындай хәл, мәҫәлән, Ярославлдә күҙәтелде.

Өфөлә, Башҡортостанда һайлауҙар күпкә лайыҡлы үтте. Сөнки власть ғәҙел эшләйәсәген иҫбатлап, халыҡты бергә туплай алды.

Муниципаль һайлауҙар менән хәл Өфөлә башҡасараҡ килеп тыуа. Әлбиттә, Өфө ҡала Советының бығаса эшмәкәрлеге бик көсөргәнешле булды. Ҡайһы бер уңыштарға ла өлгәшелде. Әммә бөгөн башҡаса үҫеш темптары кәрәк. Халыҡҡа таҙа подъездар, яңы юлдар, ял итеү зоналары, парктар, аттракциондар кәрәк – быларҙың барыһы ла ябай кешенең тормошонда булырға тейеш. Торлаҡ һәм лайыҡлы эш хаҡы тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Был инфраструктура буйынса башҡа миллионлы ҡалаларҙан артта ҡалабыҙ. Күп ваҡыт Өфөлә ҙур сауҙа-күңел асыу комплекстары булманы. Ҙур тырышлыҡтар менән ниһайәт «Мега» асылды. Республика еткәселеге был мәсьәләгә тотонмаһа, ул тағы ла бер нисә йылға һуҙылыр ине. Ҡалала ял итеү өсөн яҡшы парк та юҡ. Кешеләр аквапаркта ял итер өсөн Ҡазан, Һамар, Магнитогорск ҡалаларына йөрөй.

Бында төҙөлөш темаһы килеп тыуа, Өфө өсөн ул көнүҙәк булып тора. Ҡалала ҙур күләмдәрҙә социаль торлаҡ төҙөү зарур. Әммә уны төҙөргә урын юҡ. Ҡалала ер төрлө спекулянттар менән һатып алынған.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың баш ҡалаһын башҡа миллионлы ҡалалар менән сағыштырҙы, эш урындары, эш хаҡы кимәле, йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса Өфөнөң бер аҙға артта ҡалыуын билдәләне.

Был мәсьәләләрҙе ҡаланың яңы депутаттар командаһы хәл итәсәк. Әммә хәл ҡатмарланды, сөнки яңы командаға көрәш шарттарында эшләргә тура килә. Оппозиция һәр ваҡыт уларҙың эшмәкәрлегенә зыян килтерергә тырыша.

Рөстәм Хәмитов был осраҡа берҙәм команда булып эшләү кәрәклеген белдерҙе.

— Һайлау кампанияһы барышында эшкә яуаплы ҡарау зарур, халыҡ менән төрлө темаларға аралашырға ҡурҡмаҫҡа кәрәк, — тип иҫәпләй республика башлығы. – Беҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр бик күп. Яңы предприятиелар булдырыу мөмкинлектәрен эҙләү, инвестициялар йәлеп итеү, Өфөнө заманса матур ҡала итеп кәүҙәләндереү зарур. Беҙ – бер командалағы кешеләр.

Рөстәм Хәмитовтың Өфө ҡала Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән һөйләшеүе бер нисә сәғәт дауам итте. Кандидаттар һорауҙарын бирҙе, һайлаусыларҙың проблемаларын әйтеп ишеттерҙе, мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.