6 декабрь, Шишәмбе

15 февраль 2012 йыл, 11:00

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып Урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма планын яҡланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Федераль урман хужалығы агентлығында тәүгеләрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма планын яҡланы. Был документ йыл һайын әҙерләнә һәм алдағы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек эштәрендәге төп этаптарҙың береһе булып тора. Уға ярашлы 2012 йылда урман янғындарын һүндереүҙә файҙаланыласаҡ көстәр һәм средстволар билдәләнә.

Министрлыҡтың матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллиндың хәбәр итеүенсә, Республиканың урман фонды биләмәләрендәге янғындарҙы һүндереү буйынса йыйылма план урман янғындарын иҫкәртеүгә, уларҙың таралыуын сикләүгә, янғын хәүефһеҙлеген кәметеүгә, урмандарҙың янғындарға ҡаршы тороу һәләтен арттырыуға, шулай уҡ янғын сығанаҡтарын ваҡытында табыу һәм һүндереүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үҙ эсенә ала.