Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреүгә дәғүә итә

Сәйәсәт

Өфө 2014 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреү хоҡуғын алыуға дәғүә итә. Был мәсьәлә буйынса беҙҙең дәүләт башлығы менән килешеүгә өлгәшелгән. Был турала Өфө ҡала Советы депутатлығына кандидаттар менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.  

— Әммә процедура ярайһы ҡатмарлы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары менән өҫтәмә һөйләшеп килешеүҙе талап итә, — тине ул. — Шуға күрә ҡарар тиҙ арала булмаясаҡ. Шулай ҙа был саммитты үҙебеҙҙә үткәреүгә ирешербеҙ, тип ышанабыҙ.

Әгәр Өфө саммит үткәреүгә хоҡуғын яҡлай алһа, был ҡала һәм республика имиджына ныҡ йоғонто яһаясаҡ. Өфө бөтә донъяла танылыу аласаҡ, уны алыҫ сит илдәрҙә беләсәктәр. Был ҡала үҫешенә яңы этәргес бирәсәк, уға инвестициялар йәлеп итеү, инфраструктураһын яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть