7 декабрь, Шаршамбы

14 февраль 2012 йыл, 17:51

Рөстәм Хәмитов Алжирҙың Рәсәй Федерацияһындағы Илсеһе Смаил Шерги менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

14 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға танышыу визиты менән килгән Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Смаил Шерги менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Юғары ҡунаҡты сәләмләп, Президент республиканың Рәсәй Федерацияһының ҙур, ҡеүәтле, индустриаль яҡтан үҫешкән төбәктәренең береһе булыуын билдәләне.

— Башҡортостан сәнәғәте әле үҫеш хәлендә – сәнәғәт етештереү күләме йыл һайын 8-10 процентҡа арта, — тине республика башлығы. — Беҙ социаль мәсьәләләрҙе лә уңышлы хәл итәбеҙ, бында мин эш хаҡы артыуын, кешеләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙе, инфраструктура төҙөлөшөн күҙ уңында тотам. Беҙҙең сәнәғәттә ике комплекс өҫтөнлөк итә – нефть химияһы һәм машиналар эшләү. Бынан тыш, тағы бер көслө тармаҡ – төҙөлөш, һәм, һис шикһеҙ, ауыл хужалығы ла үҫешкән.  

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республика үҙебеҙҙең һәм сит ил инвесторҙары өсөн күркәмерәк була бара.

— Яңы закондар ҡабул иттек, улар инвесторҙарға тейешле ташламалар алырға мөмкинлек бирә. Алдағы йылдарҙа 40-ҡа яҡын ҙур инвестиция проекттарын тамамларға планлаштырабыҙ, — тине Президент. Шул уҡ ваҡытта ул Башҡортостан менән Алжир араһындағы тауар әйләнеше күләменең ҙур булмауын да билдәләне.  

— Һуңғы биш йылдағы тауар әйләнешен Башҡортостан Республикаһынан сығарылған тауарҙар ғына тәшкил итте. Был хәлде үҙгәртергә кәрәк, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү ҙурыраҡ һандарҙа сағылһын ине, — тигән теләген белдерҙе Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм нефть продукттарын эшкәртеү, ауыл хужалығы һәм малсылыҡ өлкәһендәге хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. Беҙ урман ресурстарына бай, шуға ла ағас эшкәртеүҙә хеҙмәттәшлек итә алыр инек. Артабан. Республикала бик яҡшы, ҡыҙыҡлы юғары уҡыу йорттары бар, улар кадрҙар әҙерләү буйынса Алжир менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә ала, тип ышанам. Һеҙ булып киткән нефть университетынан тыш, тағы авиация, аграр, медицина университеттары бар.

Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, республика халыҡты, шул иҫәптән Алжир граждандарын һауыҡтырыу, Башҡортостанда дауалау буйынса үҙ мөмкинлектәрен тәҡдим итә ала. Республика башлығы Алжирҙың Мәскәүҙәге Илселегендә йәки Алжирҙың үҙендә республиканың презентацияһын үткәрергә тәҡдим итте, шулай уҡ Илсенең визиты һөҙөмтәһендә Башҡортостан — Алжир мөнәсәбәттәре яңы кимәлгә күтәрелер, тигән ышанысын белдерҙе.  

Смаил Шерги, үҙ сиратында, республика Президентына ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәтен еткерҙе.

Смаил Шерги Рәсәй менән Алжир мөнәсәбәттәренең тарихи тамырлы булыуын билдәләне.

— Улар бик көслө һәм артабан нығыныр, тип уйлайым, — тине Илсе. — Рәсәй менән Алжир араһында иң яҡын мөнәсәбәттәр Алжир үҙаллылыҡ алған заманға тура килә. Советтар Союзы ул ваҡытта иҡтисадты күтәреүҙә лә, Алжир республикаһы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә лә ҙур роль уйнаны. Президенттарҙың, Рәсәй Федерацияһының да, шулай уҡ Алжирҙыҡының да хәрби өлкәлә, энергетика, нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу теләге бар. Алжирҙың төбәктәге тотороҡлоҡтоң нигеҙе булыуын билдәләге килә. Әле ғәрәп донъяһында барған хәлдәрҙе беҙ 1988 йылда уҡ кисерҙек.

Белешмә өсөн. Башҡортостан Республикаһы менән Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше экспорттан ғына тора. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса ул 4,2 млн АҠШ долларын тәшкил иткән, был республиканың сауҙа буйынса партнерҙары иҫәпләнгән 106 ил араһында 52-се урынға тура килә.