Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов льготалар менән ҡулланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты бөгөн льготалар менән ҡулланыусы граждандарҙы кәрәкле медицина препараттары менән тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. 2012 йылдың ғинуарында республикала граждандарҙың был категорияһы өсөн медицина препараттарын поставкалауҙа өҙөклөктәр күҙәтелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылда республика 306 мең ташлама менән ҡулланыусыны дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеүгә 511 миллион һум аҡса бүлгәйне. Президент был мәсьәләне ентекле тикшерергә ҡушты.

— Дарыу препараттары – һиҙгер өлкә. Һауа менән һыу кеүек, дарыуҙарҙың һәр ваҡыт кәрәк булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Дарыу препараттарын килтермәү буйынса ялыуҙар һаны күп түгел, әммә бер ялыу ҙа тикшереү үткәреү өсөн сәбәп булып тора. Халыҡтың контроль-күҙәтеү органдарына, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, Хөкүмәткә һәм Башҡортостан Президенты булараҡ миңә мөрәжәғәт итергә сәбәптәре булмаһын өсөн, беҙ тейешле кимәлдә эшләргә бурыслы, — тине Рөстәм Хәмитов. – Дарыу препараттарын поставкалау сылбыры ҙур ғына. Был дарыуҙарҙы етештереүселәр ҙә, препараттар һатып алыуға аҡса бүлеүсе финансистар ҙа, дәүләт заказсылары ла, мин бында Һаулыҡ һаҡлау министрлығын күҙ уңында тотам. Был шулай уҡ дарыуханалар селтәре, табиптар. Бындай ҙур эштә ун меңгә яҡын кеше ҡатнаша.

Әлбиттә, был сылбырҙың бушаҡ урындары ла бар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы структураларының береһендә бындай бушаҡ урын асыҡланды, һәм беҙ тиҙ арала тейешле саралар күрҙек, хәлде яйға һалдыҡ. Әммә киләсәктә бындай өҙөклөктәр булырға тейеш түгел. Беҙ аныҡ эшләргә бурыслы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть