Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Йылмайыуың менән бүлеш!» фотоконкурсы иғлан ителде

Йәмғиәт

Төбәктә «Йылмайыуың менән бүлеш!» республика фотоконкурсы старт алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан күргәҙмә компанияһынан. Ул «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһе сиктәрендә үтәсәк. Ойоштороусылар иҫәбендә — Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы.

Бәйгелә 18 йәшкә тиклемге балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Һәр ҡатнашыусы төрлө жанрҙарҙа иң күбендә өс фото ебәрергә тейеш. Эштәр 16 мартҡа тиклем «Фотоконкурс!» билдәһе менән onk@bvkexpo.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә.

Конкурс өс этапта үтәсәк. 14 февралдән 16 мартҡа тиклем бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәренә баһа биреү маҡсатында фотолар Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сайтында урынлаштырыласаҡ.

Икенсе этапта иң яҡшы эштәр айырым композиция булараҡ «Мәғариф. Фән. Карьера-2012» күргәҙмәһендә тәҡдим ителәсәк, сара 27-30 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Эштәргә профессиональ жюри баһа бирәсәк.

30 мартта XII «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһен ябыу тантанаһында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть