7 декабрь, Шаршамбы

14 февраль 2012 йыл, 15:26

БДПУ студенттары Өфөнөң билдәле яҙыусыһы Сергей Круль менән осрашасаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Өфө яҙыусыһы Сергей Круль менән осрашыу шаршамбы, 15 февралдә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты китапханаһында үтәсәк.

Кисәлә уның «Девушка в синем» һәм «Мой отец – художник Леонид Круль» тип аталған әҙәби әҫәрҙәренә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Сарала Өфөнөң мәҙәни берләшмәһе вәкилдәре, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашасаҡ. Сергей Круль әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Александр Донгузов уҡып ишеттерәсәк.

Бынан тыш, осрашыуҙа ҡалабыҙҙың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын һәм йолаларын һаҡлау мәсьәләләре лә ҡуҙғатыласаҡ.