10 декабрь, Шәмбе

14 февраль 2012 йыл, 14:59

22 февралдә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының 48-се ултырышы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 48-се ултырышы 22 февралдә үтәсәк. Бындай ҡарар республика парламенты Президиумы ултырышында ҡабул ителде. Депутаттар алдағы пленар ултырыштың көн тәртибен раҫланы. Йәмғеһе 23 республика закон проектын ҡарау планлаштырыла. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ундан ашыу проектты закон статусына күсереү күҙ уңында тотола.

Тәүгә республика парламентының пленар ултырышында унға яҡын закондар сығарыу инициативаһы ҡараласаҡ. Был «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты статусы тураһында», «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында», «Ветеринария тураһында» һәм башҡа республика закондарына үҙгәрештәр индереүгә бәйле закон проекттары.

Төбәктең Дәүләт Йыйылышы ултырышында раҫланған көн тәртибе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ тәртибе торошо һәм 2011 йыл өсөн БР Контроль-иҫәп палатаһы эшмәкәрлеге тураһында отчет уҡып ишеттереләсәк.

БР Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышында закон сығарыусылар алдағы пленар ултырыштың көн тәртибенә «Республика Башкортостан» гәзитенең етәксеһен алмаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе лә индерергә ҡарар итте. Бынан тыш, ете федераль закон проектын ҡарау планлаштырыла.