10 декабрь, Шәмбе

14 февраль 2012 йыл, 14:26

Өфөлә берәҙәк хайуандар өсөн приют төҙөлә

автор: Розалия Вәлиева

Өфө хакимиәтендә ҡала сүплеге биләмәһендә берәҙәк хайуандар өсөн приют булдырыу мәсьәләһе тикшерелә.  

Ҡала мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюктың хәбәр итеүенсә, бөгөн ҡалала 20 мең самаһы берәҙәк эт булыуы билдәле. «Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре менән йыл һайын 15 меңләп хайуан тотола һәм юҡ ителә. Әлеге ваҡытта ҡала сүплеге биләмәһендә йылытылған модуль төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Бинаға коммуникациялар һуҙылған, электр уты бар, территорияһы төҙөкләндерелгән. Мэрия вәкилдәре, был приют быйыл уҡ сафҡа индереләсәк, тип ышана.

Шул уҡ ваҡытта, әүәлерәк «Изгелек» фондына Новоалександровка ҡасабаһындағы бина һәм ер участкаһы бирелгәйне. «Башинформ» агентлығына фонд директоры Земфира Ғәлләмованың хәбәр итеүенсә, буласаҡ приют биләмәһендә ремонт һәм төҙөкләндереү эштәре дауам итә. 930 квадрат метрлыҡ бинаның ҡыйығын ябырға, ишек һәм тәҙрәләр ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ һыу, йылылыҡ һәм электр уты үткәреү, территорияһын кәртәләү талап ителә.