6 декабрь, Шишәмбе

14 февраль 2012 йыл, 14:24

Республикала «Йәш хоҡуҡ һаҡлаусы» конкурсының төбәк этабы старт ала

автор: Любовь Колоколова

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында «Йәш хоҡуҡ һаҡлаусы» конкурсының төбәк этабы старт ала. Ул йыл һайын үткәрелә һәм балаларҙың, үҫмерҙәрҙең юриспруденция тураһында белемдәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.

Быйыл бәйге дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һәм Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте эшселәренең балалары араһында өс төркөм буйынса үткәрелә: 11-ҙән 13 йәшкә тиклем, 14-тән 16 йәшкә тиклем һәм 16-нан 18 йәшкә тиклем.

Конкурс сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар төрлө темалар буйынса яҙма эш башҡарасаҡ.

Беренсе этапҡа йомғаҡтар ағымдағы йылдың мартында яһаласаҡ. Иң яҡшы эштәр «Йәш хоҡуҡ һаҡлаусы» бөтә Рәсәй конкурсының ойоштороу комитетына ебәреләсәк.