Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Изге Валентин көнөндә Өфөлә бәхетле юбилярҙар тәбрикләнәсәк

Йәмғиәт

Изге Валентин көнөндә Өфөлә бергә оҙайлы ғүмер кисергән парҙар тәбрикләнәсәк. Атап әйткәндә, тантаналы сара бөгөн баш ҡалабыҙҙың Киров районында үтәсәк. Байрамға һигеҙ пар саҡырылған, уларҙың береһе – 60 йыллыҡ юбилейын, башҡалары 50 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләй. Бәхетле парҙарға Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменән бүләктәр һәм ҡотлауҙар тапшырыласаҡ.

Киров районының ЗАГС бүлегендә аныҡлауҙарынса, былтыр бында 101 парҙы ҡотлағандар, уларҙың араһында 11-е — бриллиант туйҙарын, 90-ы алтын туйҙарын билдәләгән.

Йома, 17 февралдә, Октябрь районында ла бергә оло тормош юлы үткән юбилярҙар тәбрикләнәсәк.  Райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Зилә Әлимованың әйтеүенсә, байрамға 23 пар саҡырылған, уларҙы икәүһе 60 йыл, ҡалғандары 50 йыл инде бергәләр.

Ошондай уҡ тантана баш ҡаланың Совет районында ла көтөлә. Был сараларҙың барыһын да ЗАГС бүлектәре район хакимиәттәре менән берлектә ойоштора.

Теги: загс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть