Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандағы 28 ойошманың эш хаҡы буйынса бурысы бар

Иҡтисад

2012 йыл башына эш хаҡы буйынса бурыс Башҡортостанда 2011 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда 28,5 процентҡа артҡан һәм 111,5 млн һум тәшкил иткән.

Көн элгәре «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың хәбәр итеүенсә, бурыслы ойошмалар иҫәбе төбәктә 27-нән 28-гә еткән. Үҙ сиратында эш хаҡы алмаған хеҙмәткәрҙәр иҫәбе әлеге ваҡытта 20 процентҡа — 4732-нән 5670-кә тиклем артҡан.

Шул уҡ ваҡытта, Ленара Иванованың әйтеүенсә, эш хаҡы буйынса бурыстарҙың яртыһынан ашыуы банкротлыҡтың төрлө стадияһында булған 18 ойошмаға тура килә. Был ойошмаларҙың бурысы 56 миллион һумдан ашыу сумманы, йәғни дөйөм бурыстың 50 проценттан ашыуын тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть