Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө үҙәгендәге бер үк уйын клубы ҡайтанан ябылған

Иҡтисад

Баш ҡаланың Киров районында Зәки Вәлиди урамындағы уйын клубы ябылған. Былтыр ҙур булмаған залда коммерсанттар покер турнирҙары өсөн йәшерен казино асырға маташҡан ине. Ул ваҡытта уйын йорто ябылһа, күптән түгел залға яңынан уйын автоматтары килтерелеүе асыҡлана. Һайланма тикшереү ҡомарлы уйындар үткәрелеү фактын раҫлай. Ҡорамалдар ҡайтанан тартып алына, законһыҙ клуб эшмәкәрлеге туҡтатыла.  

— Республикала йәшерен уйын бизнесына ҡаршы көрәш дауам итә. Көн һайын полиция хеҙмәткәрҙәре төрлө район һәм ҡалаларҙа бер нисә уйын йортон яба.   Һуңғы көндәрҙә генә 200-ҙән ашыу «бер ҡуллы бандитҡа» арест һалынды, — тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, «Казино.нет» акцияһы дауам итә. Һәр кеше  Башҡортостан полицияһының www.mvdrb.ru рәсми сайтының баш битендә күрһәтелгән һылтанма аша үтеп, йәшерен уйын йорттарының эшмәкәрлеге тураһында аноним рәүештә мәғлүмәт ҡалдыра ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть