Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала бер айҙа 62 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ сафҡа индерелгән

Иҡтисад

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда ғинуар айында бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 61,7 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата был 135 процентты тәшкил итә. Өфөлә –16 мең квадрат метр самаһы, Нефтекамала – өс меңдән ашыу, Салауатта мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Республика райондары араһында Өфө (11821), Туймазы (3212) һәм Саҡмағош (2045) райондары тәүге урындарҙа килә.    

Ағымдағы йылдың беренсе айы йомғаҡтарынан күренеүенсә, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса – икенсе урында, мең кешегә иҫәптә торлаҡ йорттарҙы сафҡа индереү буйынса өсөнсө урында тора.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси төҙөүселәр менән 55,8 мең кв. метр торлаҡ йорт төҙөлгән, дөйөм сафҡа индерелгән торлаҡ күләменең был 90,3 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында Мәскәү өлкәһенән һәм Краснодар крайынан ҡала тотороҡло өсөнсө урында тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, быйыл Башҡортостанда 2,3 млн кв. метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть