4 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2012 йыл, 12:37

Башҡортостанда Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары үткәреләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан билдәле летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә. Был иҫтәлекле датаға арналған саралар Илеш районында, Өфөлә, республиканың башҡа ҡала һәм райондарында планлаштырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән юбилей сараларына әҙерлек һәм уларҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырылды. Саралар араһында – тантаналы кисәләр, архив материалдары күргәҙмәһе, ижади эштәр конкурсы, спорт ярыштары, шулай уҡ Муса Гәрәев исеменә бәйле урындарҙы төҙөкләндереү.

Төп саралар летчиктың тыуған көнөнә ҡарата – июндә үткәреләсәк. Шулай итеп, 9 июндә тантаналы сара һәм сәнғәт оҫталары концерты планлаштырыла. Баш ҡаланың Еңеү паркында йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығындағы тантаналы митинг үтәсәк.

Йыл дауамында Республика Хәрби Дан музейында Муса Гәрәевтың тормошона һәм ижадына арналған күсмә күргәҙмә ойоштороласаҡ. Шулай уҡ йыл дауамында Өфөнөң мәктәп һәм китапханаларында ҡаһарманлыҡ дәрестәре, хәтер кисәләре, конференциялар ойоштороласаҡ. Республиканың уҡыу йорттары уҡыусылары араһында бокс буйынса Бөтә Рәсәй мемориалы һәм авиамодель спорты буйынса ярыштар шулай уҡ летчиктың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналасаҡ. Ә Өфөнөң һәм башҡа ҡалаларҙың мәҙәниәт һәм ял парктарында спорт эстафеталары үткәреләсәк.

Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында йыл дауамында Муса Гәрәев китабы мотивтары буйынса әҙәби конкурс, шулай уҡ һүрәттәр бәйгеһе үткәреләсәк.

Өфөлә Муса Гәрәев исеменә бәйле урындарҙы төҙөкләндереү планлаштырыла. Был Хоҙайбирҙин урамы, Дан бульвары, летчиктың Еңеү паркындағы ҡәберлеге. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында уның исемен йөрөткән музейға һәм кинотеатрға капиталь ремонт үткәреләсәк.