Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Йәш ғалимдар өсөн авиация университетында ғәмәли семинар-тренинг ойошторола

Йәмғиәт

Башҡортостандың йәш ғалимдары өсөн бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында «Команда ойоштороу һәм идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем инновацион проекттар менән идара итеү» практик семинар-тренингыһы үткәреләсәк.

«Башинформ» агентлығына вуз-ара технологиялар трансферы үҙәге етәксеһе Камил Хисмәтуллиндың хәбәр итеүенсә, семинар-тренингыны венчур проекттары өлкәһендә эшләгән Рәсәйҙәге иң эре шәхси фондтың — «Һаҡлауға йыйылған аҡса һәм инвестициялар» идара компанияһының директорҙар советы рәйесе Олег Гринько үткәрәсәк.

— Өс сәғәтлек семинар Өфө дәүләт авиация техник университеты менән үткәрелеүсе ҡышҡы аспиранттар мәктәбе сиктәрендә үтәсәк. Уның төп маҡсаты — өлкән курстарҙа уҡыған студенттарға, магистраттарға, аспиранттарға, йәш ғалимдарға яңы белем биреү. Уларға ике — өс команданың инновацион проекттар менән нисек эшләүен күрһәтеү. «Сберинвест»тың тағы бер маҡсаты – әле тормошҡа ашырылған һәм улар тарафынан финансланған проекттарға йәлеп итерлек кешеләрҙе табыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Камил Хисмәтуллин.

Практик семинар-тренинг авиация университетының беренсе корпусындағы ҙур залда үткәрелә.

Башлана: 14 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть