10 декабрь, Шәмбе

14 февраль 2012 йыл, 12:17

Дәүләт предприятиеларының табышлы эшләүе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса 38 хужалыҡ итеүсе йәмғиәт Башҡортостан ҡаҙнаһына өс миллиард һумдан ашыу дивиденд күсергән. Йәнә 112 дәүләт унитар предприятиеһы 86 миллион һум күләмендә таҙа табышын күсергән. Был хаҡта БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында үткән коллегияла ведомство башлығы Рәмил Исҡужин хәбәр итте.

Ошо түләүҙәр күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында – икенсе һәм бишенсе, Волга буйы федераль округы субъекттары араһында беренсе урында килә.

— Шуның менән бергә, ысынбарлыҡтағы картина табыштарҙың ҙур өлөшөнөң биш-ете эре компания тарафынан формалашыуын күрһәтә, ошо уҡ ваҡытта предприятиеларҙың күбеһенең финанс торошо шәптән түгел, — тип билдәләне министр. — Шулай итеп, дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ итеүсе йәмғиәттәр эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү көнүҙәк булып ҡала.

Рәмил Исҡужин һүҙҙәренсә, бының өсөн министрлыҡтың тейешле хеҙмәттәренә контролде көсәйтергә һәм был мәсьәләне хәл итеү өсөн мөмкин булған бөтә механизмдарҙы эшкә ҡушырға кәрәк. Дәүләт унитар предприятиеларына ул айырым иғтибар биреүҙе һораны.

— Былтыр министрлыҡтың банкротлыҡ процедуралары алып барылған дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ итеүсе йәмғиәттәр менән эш алып барыуын билдәләгем килә. Дәүләт мөлкәте хужаһы вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республика бюджетына 27 миллион һум аҡса килде, — тип билдәләне БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.