3 декабрь, Шәмбе

14 февраль 2012 йыл, 11:34

Айыт ауылының яңы урамы Илдар Ғимаев исемен йөрөтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн Илдар Рәйес улы Ғимаевҡа 50 йәш тулыр ине. Һүҙ – уны яҡындан белгән, уның менән бергә эшләгән кешеләргә.

Рәйес Хәфизов, Бишбүләк районы Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге музей директоры:

— Быйыл Илдар Ғимаевтың тыуыуына 50 йыл тулыу айҡанлы районыбыҙҙа һәм ауылыбыҙҙа йыл башынан күп төрлө саралар үткәрелә. Был, атап әйткәндә, шашка, волейбол буйынса Илдар Ғимаев исемендәге кубокка ярыштар, хоккей турнирҙары, шулай уҡ мәктәптәрҙә ижади кисәләр, эстафеталар, китапханаларҙа, музейҙарҙа түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар, күргәҙмәләр.

Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе ҡарамағында Илдар Ғимаев исемендәге хоккей клубы ойошторолдо. Республика ижади йәштәр фонды менән Бишбүләк районы хакимиәтенең берлектәге тырышлыҡтары менән И.Ғимаев исемендәге стипендия булдырылды, бөгөн уны районда 30 мәктәп уҡыусыһы ала. Айыт ауылы Советы башҡарма комитеты ҡарары менән төҙөлөп ятҡан яңы урамдарҙың береһе Илдар Ғимаев исемен йөрөтәсәк.

Илдар Ғәбитов, БДАУ ректоры:

— Илдар Рәйес улы менән беҙ 1981 йылда таныштыҡ. Беҙ икебеҙ ҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алдыҡ, ул минән бер йыл алдан тамамланы. Бер ятаҡта йәшәнек. Илдар Рәйес улы тик «биш»ле билдәләренә генә уҡыны, иң һәләтле студенттарҙың береһе булды, арабыҙҙа ул һәр саҡ беренсе ине. Беҙ уҡыу йортоноң комсомол ойошмаһында, студенттарҙың төҙөлөш отрядында бергә эшләнек. Илдар Ғимаев тыныс, сабыр холоҡло, яуаплы кеше ине.

Уҡыу йортон тамамлағас та, бәйләнештәрҙе өҙмәнек. Ул тыуған яғы – Бишбүләк районына ҡайтты, унда «Сухореченский» совхозының директоры, райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, район башлығы булып эшләне. Мин БДАУ-ның комсомол ойошмаһын етәкләнем. Уның саҡырыуы буйынса беҙ йыш ҡына Бшбүләк районында була инек, хужалыҡтар менән таныштыҡ, үҙебеҙҙең студенттар отрядтарын ойошторҙоҡ. Аҙаҡтан ҡайҙа ғына эшләмәһен, ул үҙе уҡыған юғары уҡыу йорто менән бәйләнеште өҙмәне. Аграр университетҡа етәксе итеп уны вуз коллективы саҡырҙы, шуға күрә ул беҙгә сит кеше булып килмәне. Уның тырышлыҡтары арҡаһында университеттың матди-техник базаһы нығытылды, яңы һөнәри йүнәлештәр асылды, квалификацияны күтәреү үҙәге эшмәкәрлеге әүҙемләштерелде. Илдар Ғимаев башланғысы менән республиканың аграр уҡыу йорттарының Координация советы булдырылды. Илдар Рәйес улы университет менән ауыл араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур иғтибар бүлде. Студенттарға практика үтеү өсөн махсус хужалыҡтар булдырылды, студенттарҙың төҙөлөш хәрәкәте тергеҙелде.

Бөгөн БДАУ студенттарының төҙөлөш отряды илдә иң яҡшыларҙан һанала.