4 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2012 йыл, 10:47

Өфөлә Поляк теле көнө үткәреләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә Поляк теле көнө үтәсәк. Уны Халыҡ-ара телдәр көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге үткәрә.

«Башинформ» агентлығына үҙәк директоры Марина Садыҡова-Лисовскаяның хәбәр итеүенсә, байрам 18 февралдә Достоевский урамы, 160 адресы буйынса Халыҡтар дуҫлығы йортоноң китапханаһында үтергә тейеш. Башлана — 12 сәғәттә. Поляк теле көнө программаһында А.П.Пенькевич исемендәһе Милли йәкшәмбе мәктәбенең, Башҡорт дәүләт университетының педагогтары һәм уҡыусыларының ижади сығыштары планлаштырылған. Шулай уҡ поляк мәҙәниәтенә арналған поляк китаптары һәм фотоматериалдарының презентацияһы ойоштороласаҡ.