10 декабрь, Шәмбе

14 февраль 2012 йыл, 10:09

Юрий Пустовгаров: «Яңы баҙарҙарҙы үҙләштергәндә белемебеҙҙе һәм компетенцияларыбыҙҙы бирергә әҙербеҙ»

автор: Любовь Колоколова

— Алжирҙа бөгөн Рәсәй компаниялары менән хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк бирелә. Һәм бында сеймал табыу һәм эшкәртеү өлкәһендәге алдынғы төбәктәр менән бәйләнештәр булдырыу мөһим роль уйнай, Башҡортостан Республикаһы ла, һис шикһеҙ, шуларҙың береһе булып тора, — тине Өфө дәүләт нефть техник университеты музейында үткән БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты менән осрашыуҙа Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Смаил Шерги әфәнде.

«Башинформ» агентлығының бығаса хәбәр итеүенсә, Алжир илсеһе Өфөгә ике көнлөк рәсми визит менән килгән. ӨДНТУ ғалимдары менән осрашып, ул совет заманында Өфө нефть институты уҡытыусыларының Алжирҙың газ һәм нефть табыу предприятиелары өсөн белгестәр әҙерләү кимәленә юғары баһа бирҙе һәм, «стратегик планда беҙ яҡынайыуға табан барабыҙ», тип билдәләне.

Илсе шулай уҡ Алжир территорияһында газ һәм нефть сығарыу буйынса Башҡортостан менән берлектәге производство булдырыуға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм, республика предприятиеларына бөтә яҡлап тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип ышандырҙы.  

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров иһә яҡын киләсәккә пландарҙы билдәләне, тәү сиратта был Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ҡанаты аҫтында республиканың 15 предприятиеһынан торған консорциумды Хасси-Мессауд ҡалаһындағы нефть һәм газ ҡорамалдары күргәҙмәһенә алып барыу.

— Предприятиеларыбыҙ өсөн яңы баҙарҙар үҙләштереп, беҙ белемдәребеҙҙе һәм компетенцияларыбыҙҙы бирергә әҙербеҙ. Университеттарыбыҙ, проект коллективтары, ҡорамалдар етештереүсе заводтарыбыҙ, ғалимдар һәм быраулаусылар мәктәбе — Рәсәйҙәге иң яҡшылары йәки иң яҡшыларының береһе. Беҙ тиҫтәләгән компанияны йыйып, был процесс менән техник яҡтан идара итеп, Алжирҙа тулы бер тармаҡ булдыра алабыҙ. Был баҙар беҙҙең өсөн асыҡ, әммә юлдың оҙайлы һәм ауыр буласағы аңлашыла, шуға күрә Алжир яғынан һәйбәт партнерлыҡ мөнәсәбәттәренән тыш эшләп булмаясаҡ,  — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Юрий Пустовгаров.