11 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2012 йыл, 9:33

Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы – 17865 һум

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда уҙған йылдың ғинуар-ноябрендә бер хеҙмәткәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы 2010 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 13 процентҡа артҡан һәм 17865 һум тәшкил иткән. Был Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡының 78 проценты.

Шул уҡ ваҡытта эш хаҡының үҫеш темпы бөтә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 0,7 процентҡа юғарыраҡ. Ил буйынса дөйөм алғанда хеҙмәт хаҡы 12,3 процентҡа артҡан.  

Кисә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Әлфир Саҙретдиновтың хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2011 йыл йомғаҡтары буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы 18427 һумға етәсәк.

Шул уҡ мәлдә, 2011 йылдың ғинуар-ноябрендә ысынбарлыҡтағы эш хаҡы 2010 йылдың ғинуар – ноябренә ҡарата республикала 103,4 процент тәшкил иткән. Рәсәй Федерацияһында был күрһәткес 103,3 процентҡа тиң.