9 декабрь, Йома

13 февраль 2012 йыл, 18:02

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн премия тапшырыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Рәсәйҙә «Беҙҙең киләсәк» фонды ярҙамында илдә социаль эшкыуарлыҡты үҫтереүгә өлөш индергән өсөн йыл һайын тапшырыласаҡ премия булдырылды.

Иң яҡшы социаль эшҡыуарҙарҙың эшмәкәрлеген дәртләндереү, шулай уҡ йәмәғәтселек иғтибарын социаль эшҡыуарлыҡҡа йүнәлтеү был башланғыстың төп маҡсаты булып тора.

Әлеге ваҡытта һигеҙ номинация билдәләнгән. Әммә, фондтың башҡарыусы директоры Евгений Живоглазов билдәләүенсә, киләсәктә улар күберәк буласаҡ.

Премия лауреаттарының һәр береһенә статуэтка тапшырыласаҡ. Шулай уҡ күп кенә номинацияларҙа аҡсалата премия ла ҡаралған.

Конкурста физик шәхестәр – социаль эшҡыуарҙар, шулай уҡ юридик шәхестәр ҙә ҡатнаша ала. Заявкалар ағымдағы йылдың 2 мартына тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы апрель аҙағында үткәреләсәк.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә эшмәкәрлеге социаль эшҡыуарлыҡ принциптарына тап килгән эшҡыуарҙар аҙ түгел. Тимәк, улар әлеге конкурста ҡатнаша ала.