Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 3468 һайлау участкаһында веб-камералар урынлаштырыласаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостандың һайлау участкаларында РФ Президентын һайлауҙа тауыш биреүҙе видеотапшырыу өсөн комплекстарҙың 80 проценты урынлаштырылған, тип хәбәр итте Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Сәфиев.

Алдағы һайлауҙарҙа Башҡортостанда 3509 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Веб-камералар 3468-ҙән 2800 участкала урынлаштырылған. Видеотапшырыу 41 участканан ғынан булмаясаҡ.

Видеокүҙәтеү комплекстарын урынлаштырыү буйынса был ҙур эштә «Ростелеком» йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы булған «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең барлыҡ тиерлек хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша, унда бөгөн 7640 кеше иҫәпләнә. Бәләбәй, Туймазы, Благовар, Бүздәк һәм Баҡалы райондарының һайлау участкаларында видеокүҙәтеү системалары тулыһынса тиерлек әҙер.

— 15 февралдә «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте был эште бөтә республика буйынса тамамлаясаҡ, — тине компанияның генераль директоры. – Башҡортостан һайлауҙарҙы онлайн режимда тапшырыуға әҙер булған Рәсәйҙең беренсе төбәктәре иҫәбендә буласаҡ. 26 февралдә видеокүҙәтеү системаһы ғәмәлдә тикшереләсәк.

Һайлау участкаларынан видеотапшырыу улар асылғандан алып, тауыш биреү йомғаҡтары тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылғанға тиклем ойоштороласаҡ, тине Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. Тауыш биреү барышын РФ һәм РБ Үҙәк һайлау комиссияларының рәсми сайттарында, шулай уҡ www.webvybory2012.ru сайтында ҡарарға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть