8 декабрь, Кесе йома

13 февраль 2012 йыл, 16:19

Өфөлө Әлиә Әминова – халыҡ-ара шашка буйынса республика чемпионы

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡыусы Әлиә Әминова ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионатында еңеүсе булды. Турнир Ишембайҙа үткәрелде.

Унан ике мәрәйгә артта ҡалып, шулай уҡ Өфөнөң 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҡыусы Азалия Сәғитова икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урынды Ишембай ҡыҙы Альбина Шәнгәрәева яуланы.