7 декабрь, Шаршамбы

13 февраль 2012 йыл, 15:13

Республикала Стәрлетамаҡ һәм Бөрө педагогия академиялары үҙгәртеп ҡороласаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Үҙгәртеп ҡороу тураһындағы приказға РФ Мәғариф һәм фән министрлығында ҡул ҡуйылды. Үҙгәртеп ҡороу Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын һәм З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын Башҡорт дәүләт университетына ҡушыуҙан ғибәрәт. Документҡа ярашлы, педагогия академиялары БашДУ составына структура бүлектәре булараҡ инәсәк, йәғни улар классик вуздың филиалдары буласаҡ.

Шулай уҡ приказға ярашлы, «үҙгәртеп ҡороу сараларын үткәреү, университеттың һәм академияларҙың үҙгәртеп ҡоролоуын раҫлаған документтарҙы әҙерләү сроктары әлеге приказға ҡул ҡуйған көндән алып бер йылдан да ашмаҫҡа тейеш».