3 декабрь, Шәмбе

13 февраль 2012 йыл, 13:01

Башҡортостанда бөтә Рәсәй банктар форумы асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөтә Рәсәйҙән банк хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда йыйыла. 13 февралдә республиканың Әбйәлил районында «Урал форумы: банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге» банк-ара конференцияһы старт ала.

Сара 18 февралгә тиклем дауам итәсәк. Бер аҙна дауамында форумда ҡатнашыусылар банк өлкәһендә мәғлүмәти хәүефһеҙлек мәсьәләләрен тикшерәсәк. Ҡатнашыусылар араһында, банк хеҙмәткәрҙәренән тыш, Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте; Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт; РФ Эске эштәр министрлығы белгестәре лә бар.

Башҡортостандың Милли банкыһынан хәбәр итеүҙәренсә, форумда Рәсәй Банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владислав Конторович; Рәсәй банкылары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян; Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Роман Шередин; Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте үҙәге начальнигының беренсе урынбаҫары Алексей Кузьмин ҡатнашасаҡ.