9 декабрь, Йома

13 февраль 2012 йыл, 12:23

Төркиәлә үткән күргәҙмәлә Учалы кеүәҫе юғары баһаға лайыҡ булды

автор: Әлим Фәйезов

Төркиәнең Анталия ҡалаһында «Халыҡ-ара эсемлектәр күргәҙмәһе» тамамланды, унда Башҡортостандың Төркиәлә кеүәҫ етештереүсе «Учалы-һөт» компанияһы ла ҡатнашты. Сараны асыу һәм ябыу тантаналарында Төркиәнең рәсми кешеләре һәм Рәсәйҙең Анталия ҡалаһындағы Генераль консулы Александр Толстопятенко ҡатнашты.

Төркиәләге КVAS сауҙа маркаһы етәксеһе Олег Глазунов күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға һәм халыҡ-ара эсемлектәр ойошмаһы эксперттарына «Учалы-һөт» етештергән икмәк кеүәҫе өлгөһөн тәҡдим итте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев. Эсемлекте әҙерләү өсөн Учалынан махсус рәүештә сохарый һәм арыш ҡуры килтерелгән.

Күргәҙмәгә килеүселәр, ҡунаҡхана һәм сауҙа фирмалары етәкселәре араһында кеүәҫ ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Учалы оҫталары әҙерләгән эсемлек, 20 илдән 105 компания продукцияһы араһында иң яҡшы продукттарҙың береһе булараҡ, дипломға һәм премияға лайыҡ булды.