8 декабрь, Кесе йома

13 февраль 2012 йыл, 11:29

Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү мәсьәләһен контролдә тота

автор: Людмила Терновая

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары төбәктә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу мәсьәләһенә арналған парламент ултырышын үткәрергә тәҡдим итә. Бындай ҡарар БР Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында ҡабул ителде, тип хәбәр итә республика парламентының матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгө көнгә экологик күҙәтеү мәсьәләләре бер нисә ведомство араһында бүленгән, был эш сифатына кире йоғонто яһай. Депутаттар беҙҙең республикала ҡалдыҡтар менән эш итеү йәһәтенән ҡануниәтте яҡшыртыу мәсьәләһе буйынса парламент тыңлауҙарын үткәреү тураһындағы тәҡдимде төбәктең Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәреп, мәсьәләне ентекләберәк тикшерергә ниәтләй.