4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2012 йыл, 17:17

Рөстәм Хәмитов Балаҡатай районында булды

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

10 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Балаҡатай районында булды.

Ямаш ауылында республика башлығы «Урал» ауыл хужалығы производство кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Ауыл хужалығы кооперативы ҙур ауырлыҡтар кисерә: уҙған йылдарҙағы бурыстары өсөн унда банкротлыҡ процедураһы индерелгән. Кооператив булараҡ хужалыҡ 2009 йылдан башлап эшләй. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы етештереү уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора. Хужалыҡтың биш мең гектар ере бар, йәмғеһе 380 баш эре мал иҫәпләнә.

Ҡарлыхан ауылында Рөстәм Хәмитов «Карллес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ағас эшкәртеү производствоһы менән танышты. Йәмғиәт 2007 йылдың октябренән башлап эшләй. Ағас әҙерләү һәм уны эшкәртеү уның төп эшмәкәрлеге булып тора. Бында таҡта, бурса һәм башҡа төҙөлөш материалдары әҙерләнә. Предприятиеның 2200 гектарҙан ашыу урман биләмәһе бар.

Шулай уҡ Башҡортостан Президенты урындағы шәхси эшҡыуар Виктор Дреминдың ағас күмере етештереү буйынса предприятиеһында булды. Был эш менән Виктор Дремин 2010 йылдың майынан шөғөлләнә. Предприятиела дүрт мейес урынлаштырылған, улар айына 150 тонна күмер етештереү мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә шәхси эшҡыуар «Рамон» концерны ағзаһы булып тора, ойошма айына бер мең тонна күмер етештереп, уны «РусАл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводтарына поставкалай.

Түбәнге Исҡуш ауылында Рөстәм Хәмитов Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Хужалыҡ 2006 йылдың июнендә булдырылған, ул малсылыҡ һәм үҫемлекселек продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса һатыуҙан алынған аҡса 27,4 миллион һум тәшкил иткән. Фермала йәмғеһе 1400 баш мал иҫәпләнә.

Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыуға дәғүә итә. 2011 йылда предприятие яҡынса 5 миллион һумға туғыҙ берәмек яңы техника һәм ҡорамал һатып алған.

Район үҙәге Яңы Балаҡатайҙа Башҡортостан Президенты ауылдың 1990 йылда төҙөлгән үҙәк ҡаҙанлығын ҡараны. Ауылда йәмғеһе өс ҡаҙанлыҡ бар. Әлеге ваҡытта ҡорамалдар иҫке булыу сәбәпле үҙәк ҡаҙанлыҡты реконструкциялау талап ителә. Шулай уҡ Үҙәк район дауаханаһының ҡаҙанлығын да реконструкциялау зарур.

Бынан һуң Балаҡатай районы хакимиәтендә Башҡортостан Президенты районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

темалар: бр президенты