Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан фермерҙары отчет-һайлау конференцияһына йыйыласаҡ

Иҡтисад

17 февралдә Өфөлә Башҡортостандың Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIII отчет-һайлау конференцияһын үткәреү планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фермерҙар хәрәкәте эшен ойоштороу, уның бөгөнгө торошона баһа биреү, перспективалар, дәүләт ярҙамы – форумда тикшереләсәк төп темалар. Фермерҙарға ер участкалары бүлеү, уларҙы теркәү мәсьәләләре айырым ҡараласаҡ. Республика конференцияһында шулай уҡ Башҡортостандың Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы һәм Ассоциацияның ревизия комиссияһы үткән йыл өсөн отчет менән сығыш яһаясаҡ.

Республика райондарында ошо көндәрҙә фермерҙарҙың отчет-һайлау йыйылыштары, муниципаль район башлыҡтары менән осрашыуҙар үтә. 15 февралгә тиклем фермерҙар БР Ауыл хужалығы министрлығына info@mshp.ufanet.ru адресы буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть