9 декабрь, Йома

10 февраль 2012 йыл, 13:39

Баш ҡалала «Буласаҡ әсәләр» форумы үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәм төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған «Буласаҡ әсәләр» форумы 16 февралдә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.

Сарала Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш акушер-гинекологы Александр Афанасьев һәм төбәктең Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова сығыш яһаясаҡ. Уңышлы йәш әсә булыу серҙәренә билдәле бизнес-тренер Нина Филлипова төшөндөрәсәк. Һәр буласаҡ әсәне ойоштороусыларҙан бүләктәр көтә. Форумды ижади коллективтарҙың концерт номерҙары биҙәйәсәк.

Инеү бушлай. Башлана 15 сәғәттә.