Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рәмил Бәҙретдинов «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

«Янғантау» курортының элекке етәксеһе «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләнде.

Бындай ҡарар ҡабул итеүгә күп йылдар дауамында ул етәкләгән «Янғантау» курортының яҡшы иҡтисади күрһәткестәре сәбәп булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Анфиса Рәхмәтова. Республиканың икенсе ҙур шифаханаһы — «Йәшел сауҡалыҡ» һуңғы йылдарҙа тейешле иҡтисади йылдамлыҡ күрһәтмәй. Шуға күрә Бәҙретдиновҡа хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү бурысы йөкмәтелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Янғантау» курорты «Бөтә Рәсәй бизнес-рейтингыһы»ның «Шифахана-курорт учреждениелары эшмәкәрлеге» категорияһында өсөнсө урын яулағайны. Бөтә илгә танылған шифахананың етәксеһе итеп Энгельс Ҡолмөхәмәтов тәғәйенләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть