10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2012 йыл, 12:57

Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Указы менән Андрей Иванюта Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта республика башлығының рәсми сайты хәбәр итә.

Андрей Иванович Иванюта 1966 йылдың 2 авгусында Өфөлә тыуған. РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1983 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында башлай.

1984 – 1987 йылдарҙа – Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1988 – 1991 йылдарҙа — Өфө приборҙар эшләү заводында эшләй.

1991 – 1992 йылдарҙа — Өфөнөң «Вейдер» спорт клубы директоры.

1992 – 2008 йылдарҙа – БР эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, милиция подполковнигы.

2008 – 2010 йылдарҙа — «Башҡортостан Республикаһының спорт саралары идаралығы» республика йәмәғәт ойошмаһының туризм бүлеге начальнигы.

2010 – 2011 йылдарҙа — Өфөнөң «Орион» балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы муниципаль мәғариф учреждениеһының педагог-ойоштороусыһы.

2011 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм йәмәғәт институттары менән эш итеү бүлегенең баш консультанты.

Андрей Иванюта «Ҡаһарманлыҡ өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалдары, РФ Эске эштәр министрлығының наградалары менән бүләкләнгән.