9 декабрь, Йома

10 февраль 2012 йыл, 12:09

«Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсының лауреаттары билдәләнде

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсының лауреаттары билдәләнде. Улар – Калинин районындағы 56-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Бабикова; Дим районындағы 101-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Анна Беляева; Орджоникидзе районындағы 83-сө лицейҙың тел белгесе Евгения Зыятдинова; Октябрь районындағы 84-се татар гимназияһының һәм Киров районындағы 9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Людмила Зонова һәм Марина Лийв; Киров районындағы 9-сы урта мәктәптең музыка уҡытыусыһы Роза Палатова; Киров районындағы 3-сө гимназияның башланғыс кластар уҡытыусыһы Инна Первушина; Калинин районындағы 118-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Маргарита Потапова; Совет районындағы 107-се лицей уҡытыусыһы Лимма Сержанина; Октябрь районындағы 93-сө гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Татьяна Шумулинская.

Шулай уҡ финалистар «Башҡортостан баш ҡалаһының иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2012», «Башҡортостан баш ҡалаһының иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2012» номинацияларында ла билдәләнде. Улар – Октябрь районының 159-сы дөйөм урта белем биреү мәктәбенән Зилә Әхмәҙиева; Октябрь районының М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Миңлениса Ғәзизуллина; Орджоникидзе районының 64-се гимназияһынан Гөлсинә Ғайсина һәм Гүзәл Ҡорамшина; Калинин районының 112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Гүзәл Ҡаһирова; Киров районының 11-се Аксаков гимназияһынан Альбина Ласынова; Ленин районының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Әлмира Хәйретдинова.

10 февралдә улар фекер алышыуҙарҙа ҡатнашасаҡ. Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың исемдәре 17 февралдә билдәле буласаҡ.