11 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2012 йыл, 11:12

Өфөгә рәсми визит менән Алжир илсеһе киләсәк

автор: Любовь Колоколова

Киләһе аҙнала Алжир Халыҡ Демократик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Смаил Шерги етәкселегендәге рәсми делегацияның Өфөгә килеүе көтөлә.

13 февралдә Өфө дәүләт нефть техник университетында Смаил Шерги әфәнденең университет етәкселеге менән осрашыуы планлаштырыла. Бынан һуң Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге һәм төбәктең нефть һәм газ сығарыу сәнәғәте предприятиелары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр ойоштороласаҡ. Шулай уҡ «БР Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһына һәм «Бурсервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә визит планлаштырыла.

Был эшлекле саралар төбәктәрҙең нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендәге берлектәге эшенә, шулай уҡ белгестәр менән алмашыуға булышлыҡ итәсәк. Осрашыуҙа, атап әйткәндә, беҙҙең предприятиелар менән Алжирҙың «Sonatrach» дәүләт нефть компанияһының үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләһе ҡараласаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге бындай осрашыу үткән йыл аҙағында Мәскәүҙә ойошторолғайны. Унда нефть һәм газ сығарыу, шулай уҡ углеводород сеймалын эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралғайны.