Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала йәш эшҡыуарҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк

Йәмғиәт

Йәш эшҡыуарҙар өсөн бушлай тренинг йома, 10 февралдә, Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының конференц-залында үтәсәк.

Ведомствонан асыҡлауҙарынса, ҡатнашыуға рәсми теркәлгән бизнесы булған 30 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар саҡырыла. Программала «Эшҡыуарҙың шәхси һөҙөмтәлелеге», «Маркетинг – эшҡыуарҙың йәшерен ҡоралы», «Эшҡыуар өсөн файҙалы IT-инструменттар» кеүек лекциялар ҡаралған.

Өҫтәп китәйек, сара йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү маҡсатында Өфөләге йәш эшҡыуарҙарҙың «Быуын көсө» («Сила поколения») берләшмәһе ҡатнашлығында төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан үткәрелә.

автор: Эльмира Сабирова
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть