10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2012 йыл, 9:53

Башҡортостанда «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» акцияһы дауам итә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостандың ҡала һәр райондарында «Беҙ сәләмәт тормош яҡлы» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса зона турнирҙары үтәсәк. Сараны ойоштороусы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сығыш яһай. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалау, спортсылар араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм нығытыу, милли спорт төрҙәрен пропагандалау кампанияның төп маҡсаттары булып тора.

«Башинформ» агентлығына депутат ярҙамсыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина хәбәр итеүенсә, 14 февралдә Иҫәнғол ауылында Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары араһында көрәш буйынса асыҡ турнир үтәсәк. 18 февралдә бындай ярыштар Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһы өсөн Учалыла уҙғарыласаҡ. 21 февралдә Белоретта Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Белорет ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыуға арналған Белорет районының асыҡ беренселеге үтәсәк. 25 февралдә Мәләүездә турнир Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары һәм Күмертау ҡалаһы көрәшселәре өсөн ойоштороласаҡ. 1 мартта ярыштар Стәрлебаш ауылында үтәсәк, унда Федоровка, Миәкә, Бишбүләк, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы батырҙары көс һынашасаҡ.

Һәр ярышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән бәйгелә ҡатнашыусы муниципалитет мәктәптәренә көрәш келәмдәре алыуға сертификаттар тапшырыласаҡ.

Билдәләп үтәйек, акция сиктәрендә Башҡортостандың ҡайһы бер ауыл һәм ҡалаларында милли көрәш буйынса ярыштар үткәрелде лә инде. Бәйгеләрҙә иң көслө батырҙар билдәләнде, ә мәктәптәр көрәш менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле инвентарь алды.