9 декабрь, Йома

09 февраль 2012 йыл, 17:47

Өфөлә күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырыу тантанаһы үтте

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

9 февралдә Өфөлә күп балалы әсәләргә наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов әсәләргә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.

— Бала табыу, уны үҫтереү, уҡытыу, тәрбиәләү – еңел хеҙмәт түгел, — тип билдәләне вице-премьер. – Тормоштағы төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамай, әсә кеше үҙ ваҡытын, һөйөүен һәм бөтә тормошон балаһына һәм яҡын кешеләренә бағышларға әҙер. Һәм был беҙҙе әсәләргә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға бурыслы итә. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән 2012 йыл осраҡлы ғына Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителмәне.

Республикала күп балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленә — уларға торлаҡ, шулай уҡ коммуналь һәм физкультура-спорт хеҙмәттәре өсөн түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтелә; күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү хоҡуғына эйә, улар шулай уҡ мәктәп формаһы һәм туҡланыу менән тәьмин ителә.

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә торлаҡ алыуға социаль түләүҙәр алыу өсөн торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Өс йыл эсендә 189 миллион һумдан ашыу суммаға сертификаттар алып, 90 күп балалы ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты.

Наградалар тапшырыу тантанаһына килгән иң ҙур делегация Бөрйән районынан булды — Өфөгә миҙал алыу өсөн һигеҙ күп балалы әсә килде.

Һәр сабыйға нисек иғтибар бүлеп өлгөрәһегеҙ, тигән һорауға ҡатындарҙы береһе былай тип яуап бирҙе:

— Балаға көнөнә бер нисә минут булһа ла ихлас, тулы һәм тик ата-әсәләргә хас йылы иғтибар бүлеү етә, — тип иҫәпләй күп балалы ҡатын. – Уларҙы яҡшылыҡҡа өйрәтәм. Иң мөһиме – бала ата-әсәһенең һөйөүен күреп, үҙен кәрәкле итеп тойоп үҫһен. Көтөп алынмаған сабыйҙарҙан да бәхетһеҙерәк балалар юҡ.