7 декабрь, Шаршамбы

09 февраль 2012 йыл, 16:48

Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындары талисманына лайыҡлы исем һайлайыҡ

автор: Дмитрий Слезин

2013 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайтында талисманға исем һайлау буйынса тауыш биреү башланды.

VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары талисманы – айыу өсөн тәҡдим ителгән алты исемдең береһе өсөн теләгән һәр кем тауыш бирә ала.

Тайыштабан өсөн түбәндәге исемдәр тәҡдим ителде: Айыухан, Фимка, Снежок, Топтыжка, Батыр һәм Яшка.

Тауыш биреү 2012 йылдың 29 февраленә тиклем дауам итәсәк.