11 декабрь, Йәкшәмбе

09 февраль 2012 йыл, 16:35

Рөстәм Хәмитов Әрмәнстандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян менән осрашты

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

9 февралдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Әрмәнстан Илселегенең рәсми делегация вәкилдәре менән эш осрашыуы үткәрҙе. Делегацияға Әрмәнстандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Олег Есаян етәкселек итә.

— Беҙ һеҙҙең ил менән бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлы. Бының өсөн гуманитар йәһәттән дә ҡайһы бер эштәр башҡарабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.

Ул шулай уҡ иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү өлкәһендә лә етди ниәттәрҙең булыуын билдәләне.

— Беҙҙең предприятиелар яғыулыҡ, химия материалдарын поставкалай, әммә беҙгә бәйләнештәрҙе үҫтереү зарур. Бындай эштең төрлө варианттарын ҡарарға әҙербеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.

Президент Башҡортостанда әрмән теленә өйрәтеүсе ойошмаларҙың эшләп килеүен һәм был йәһәттән традицияларҙың дауам ителәсәген белдерҙе.

— Беҙҙә 10 меңдән ашыу әрмән йәшәй. Әрмәнстандан килгән, шулай уҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән һәр кемгә телде, мәҙәниәтте өйрәнергә уңайлы шарттар булдырылһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бындай эште дауам итәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов һәм хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен ентекле тикшереү маҡсатында Әрмәнстанға барыу пландары менән дә бүлеште.

Олег Есаян республика Президентына был аудиенция өсөн рәхмәтен белдерҙе.

— Башҡортостанға тәүгә килеүем, әммә бында килер алдынан республика тураһындағы материалдарҙы күберәк өйрәнә башланым. Башҡортостан менән Әрмәнстан араһындағы мөнәсәбәттәргә килгәндә, улар ярайһы кимәлдә түгел һәм беҙҙең теләктәргә, мөмкинлектәргә тап килмәй. Бер миллиардтан ашыу АҠШ доллары – Рәсәй менән Әрмәнстан араһындағы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең дөйөм күләме. Ни бары 4 миллион доллар һеҙҙең республика өлөшөнә тура килә. Ә республика Рәсәй Федерацияһында иң ҙур һәм алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора, — тип белдерҙе дипломат.

Олег Есаян Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостан Президентының Әрмәнстанға сәфәре тураһындағы мәсьәләнең хәл ителеүе хаҡында әйтте һәм бының өсөн уңайлы ваҡыт һайларға кәрәклеген билдәләне, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.