5 декабрь, Дүшәмбе

09 февраль 2012 йыл, 15:05

Константин Толкачев халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев халыҡ-ара күҙәтеүселәр – Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Ханс Биргер Нареског (Швеция) һәм Людмила Блинова (Литва) менән осрашты. Улар беҙҙең республикала Рәсәй Президенты һайлауҙары барышына контроллек итәсәк.

Осрашыу барышында Константин Толкачев күҙәтеүселәргә илдәге һәм республикалағы һайлауҙарға күрһәткән иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ул һайлауҙарҙы асыҡ, ғәҙел, закон талаптарына ярашлы үткәреү яҡлы булыуын белдерҙе. Күҙәтеүселәр Башҡортостанда был юҫыҡта үткәрелгән саралар – тауыш биреү өсөн үтә күренмәле урналар һәм веб-камералар урынлаштырыу, кәрәкле мәғлүмәт менән тәьмин итеү менән танышты.

– Быларҙың барыһы ла һайлау барышында ниндәй ҙә булһа тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймаясаҡ, — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе. – Миңә Америка Ҡушма Штаттарында һәм башҡа илдәрҙә үткәрелгән һайлауҙарҙа булырға тура килде. Бер ерҙә лә объективлыҡ, асыҡлыҡ мәсьәләләренә бындай иғтибар бүленеүен күрмәнем. Һәр һайлаусы белергә тейеш: уның тауышы мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостанда 9 мартҡа тиклем буласаҡ. Һайлауҙарға Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың йәнә бер нисә төркөмө киләсәк. Бынан тыш, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан да үҙ күҙәтеүселәрен ебәрергә теләк белдергән.