8 декабрь, Кесе йома

09 февраль 2012 йыл, 13:45

Өфөлә республика архитектура күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостандың Архитекторҙар йортонда «2011 йылдың иң яҡшы проекты» республика архитектура күргәҙмәһе асылды. Унда төбәктең профессиональ архитекторҙары һәм профилле уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Йәмғеһе 70 эш тәҡдим ителә.

«Башинформ» агентлығына БР Архитекторҙар йорто директоры Зәбир Ахунов һөйләүенсә, күргәҙмә сиктәрендә конкурс программаһы ла ҡаралған. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнәсәк. Улар араһында — «Сәнәғәт тәғәйенләнешендәге иң яҡшы проект», «Архитектураға һәм төҙөлөшкә өлөш индергән өсөн» һәм башҡалар.

Күргәҙмә 15 февралгә тиклем эшләйәсәк. Конкурсҡа йомғаҡ март башында яһаласаҡ.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәм БР Архитекторҙар союзы сығыш яһай.