Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Урал аръяғы аграрийҙары 395 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды

Иҡтисад

2011 йылда республиканың көньяҡ-көнсығыш райондары аграрийҙары 395 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды. Ике һөт-тауар фермаһын төҙөү өсөн генә лә Башҡортостан бюджетынан яҡынса 71 миллион һум аҡса бүленде (Баймаҡ районының Күлтабан ауылы һәм Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы). Бындай мәғлүмәттәр Урал аръяғын үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмө ултырышында әйтеп ишеттерелде.

Урал аръяғы райондарына һөтлө малсылыҡты үҫтереү өсөн субсидиялар 30,6 миллион һум тәшкил итте, тип хәбәр итте төбәктең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. Фермер хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә һөтсөлөк фермаларын төҙөүҙә ҡатнашыу өсөн 20 заявка ҡабул ителде, әммә уларҙың икәүһенә генә (Бөрйән һәм Хәйбулла райондарынан берәр ферма) бындай статус бирелде һәм 232 мең һум күләмендә субсидия бүленде.

2011 йылда итле һыйыр малын үрсетеү программаһы буйынса ла дәүләт ярҙамы күрһәтелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ике кимәлдәге бюджеттарҙан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә 19,3 миллион һум күләмендә субсидия бирелде. Урал аръяғы райондары өсөн йылҡысылыҡ һәм солоҡсолоҡ буйынса ла дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Йылҡысылыҡты үҫтереүгә субсидиялар 32 миллион һум тәшкил итте.

Киләсәктә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында сәсеү майҙандары структураһын үҙгәртеү, сорттарҙы яңыртыу, орлоҡтарҙың сифатын яҡшыртыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, ҡоролоҡҡа бирешмәүсән культуралар майҙанын арттырыу, йәшелсәселек, орлоҡсолоҡ менән әүҙемерәк шөғөлләнеү ҡарала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть