7 декабрь, Шаршамбы

09 февраль 2012 йыл, 12:18

Күмертауҙа 63 ғаилә авария хәлендәге йорттарын уңайлы фатирҙарға алмаштырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Күмертауҙа авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 63 ғаилә ике яңы йорттағы фатирҙарҙан асҡыстар алды, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан. Хәҙер улар уңайлы шарттары булған фатирҙарҙа, ҡаланың иң яҡшы райондарының береһендә йәшәйәсәк.

Ғафури урамындағы ике биш ҡатлы йорт ни бары 9 ай эсендә төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр дәүләт корпорацияһынан. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн 92 миллион һум аҡса йүнәлтелгән: 59,4 миллион һум Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан алынһа, 16,3 миллион – республика бюджетынан, шундай уҡ сумма муниципаль бюджеттан бүленгән.

Быйыл граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһы сиктәрендә Күмертауҙа 5 авария хәлендәге йорттан граждандарҙы күсереү һәм йәнә 40 ғаиләгә яңы фатир биреү планлаштырыла.