Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башинформ» журналисы Игорь Савельев йәш яҙыусылар делегацияһы составында Америкаға барасаҡ

Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығы журналисы Игорь Савельев Рәсәйҙең йәш яҙыусылары делегацияһы составында Америка Ҡушма Штаттарына барасаҡ. Сәфәр 11-нән 23 февралгә тиклем дауам итәсәк.

АҠШ китапханаларында, китап магазиндарында, университеттарында Рәсәйҙәге йәш яҙыусыларҙың инглиз телендәге йыйынтыҡтарын презентациялау, шулай уҡ әҙәбиәт белгестәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар, хәҙерге Рәсәй мәҙәниәте һәм әҙәбиәте тураһында фекер алышыуҙар үткәреү сәфәрҙең төп маҡсаттары булып тора.

Делегация составында шулай уҡ Дмитрий Бирюков (Новосибирск), Алиса Ғәниева (Мәскәү), Ирина Богатырева (Ульяновск) бар. Уларҙың барыһы ла төрлө йылдарҙа «Дебют» дөйөм Рәсәй әҙәби премияһы лауреаттары һәм финалистары булған.

Сәфәрҙе ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, инглиз телендәге «Off the beaten track» йыйынтығының презентацияһы үтәсәк. Унда Игорь Савельевтың «Төҫһөҙ ҡала» («Бледный город», «The pale city», Аманда Лав Даррах тәржемәһе) повесы ингән.

Рәсәйҙең йәш яҙыусылары Вашингтон, Нью-Йорк, Бостон һәм башҡа ҡалаларҙа буласаҡ. Улар төрлө университеттарҙа, китапханаларҙа сығыш яһаясаҡ. Ғөмүмән, программа сараларға бик бай булмаҡсы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть