4 декабрь, Йәкшәмбе

09 февраль 2012 йыл, 11:03

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың эш төркөмө ултырышын үткәрҙе

автор: «Башинформ» | фото: Олег Яровиков

8 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың эш төркөмөнөң тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда «Яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһында»ғы мәсьәлә ҡаралды.

Видеоконференция барышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Галина Изотова Совет ултырышына материалдар әҙерләү буйынса эш төркөмө составы булдырылыуын билдәләне.

«Эш төркөмө етәксеһе итеп Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләнде. Уны һайлау осраҡлы түгел, сөнки Башҡортостан тотош Рәсәй Федерацияһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса ҙур төбәк булып тора. Унда әүҙем һәм уңышлы аграр сәйәсәт тормошҡа ашырыла», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Галина Изотова.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың «Яңыртыу шарттарында Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһында»ғы мәсьәлә буйынса ултырышы быйыл мартта үтәсәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Волга буйы федераль округы составына инеүсе төбәктәр – Рәсәйҙә эре ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр иҫәбендә. Илдәге ауыл хужалығы биләмәләренең 13 процентын тәшкил иткән Волга буйы федераль округы Рәсәйҙең ауыл хужалығы продукцияһының дүрттән бер өлөшөн етештерә. Округта 42 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм 8 меңдән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы эшләй.

— Инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса ауыл хужалығы округта – нефть эшкәртеү өлкәһенән һуң икенсе урында, — тип иҫкә төшөрҙө Президент. – Бына нимә ул Волга буйы федераль округындағы ауыл хужалығы. Был өлкәләге хәл һуңы йылдарҙа тотороҡланып, 2010 йылдағы ҡоролоҡ эҙемтәләре бөтөрөлһә лә, әлегә тармаҡтың йылдам үҫешен тәьмин итеп булмай.

— Бөгөн дәүләт ярҙамының яңы механизмдарына күсеү зарур, ул иҡтисади нигеҙләнгән булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – Агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе сикләү шарттарында эшләргә тура киләсәк.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, аграр сектор етәкселәренең һәм белгестәренең эшмәкәрлегендә тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеүгә, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү буйынса фәнгә нигеҙләнгән ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға баҫым яһарға кәрәк.

Төбәк башлығы билдәләүенсә, Совет ултырышында әйтеп ишеттерелгән тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк 2020 йылға тиклем Рәсәйҙең ауыл хужалығын үҫтереү программаһында сағылыш табырға тейеш.