7 декабрь, Шаршамбы

08 февраль 2012 йыл, 16:46

Силәбе башҡорттары туған телдәге китаптарға мохтаж

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты башҡорт телендә сыҡҡан китаптар йыйыу буйынса «Китап менән уртаҡлаш» акцияһын иғлан итә. Кампания Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә ҡарата ойошторола һәм 19 февралгә тиклем дауам итәсәк.

«Башинформ» агентлығына Силәбе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсинаның хәбәр итеүенсә, төбәктең бихисап китапханалары башҡорт телендә баҫылған фәнни, әҙәби китаптарға һәм уҡыу әсбаптарына мохтажлыҡ кисерә.

— Үкенескә күрә, өлкәлә туған телдә сыҡҡан китаптар һәм матбуғат баҫмаларын һатыу ойошторолмаған, — тип билдәләне ул. – Шуға күрә бик күп уҡыусылар китапханаларҙа ла кәрәкле китапты таба алмай. Китапханаларҙың барыһы ла хәҙерге әҙәбиәтте ваҡытында  алдыра алмай.

Уның әйтеүенсә, интернетта ла милли телдә яҙылған китапты табыуы ҡыйын. Күрше төбәктәге башҡорт халҡы балалар әҙәбиәтенә һәм фәнни әсбаптарға мохтажлыҡ кисерә.

— Ике телдә сыҡҡан китаптарға шат булыр инек, — ти Флүзә Ғайсина. – Айырыуса яңы һөйләшә башлаған иң бәләкәй балаларға китаптар кәрәк: башҡорт әкиәттәре, легенда һәм риүәйәттәр, балалар өсөн яҙылған шиғырҙар. Бар әҙәбиәткә лә шат буласаҡбыҙ.

Был акцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марсель Йосопов йөҙөндә ҡоролтай ҙа хупланы.  

Китаптарҙы, «Силәбе өлкәһе өсөн» билдәһен ҡуйып, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50 («Нефтсе» мәҙәниәт һарайы), 217-се йәки 213-сө бүлмә адресына алып килергә кәрәк.